Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан

Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.

5 Сентября 2020
8
0


Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша


Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был дата осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентярҙә бөтә донъяла “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” (#СДЕЛАЕМВСЕ) уҙғарыла.

Мәғлүм булыуынса, был социаль программа сүп-сарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Тәбиғәт биләмәләрен, урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуға ҙур иғтибар бирелә. Муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтарына акцияға әҙерлек сараларын башларға, ағас ултыртыу биләмәләрен билдәләргә, үҫентеләр, инвентарь, махсус техника әҙерләргә тәҡдим ителде.

Министрлыҡ республика халҡын экологик өмәлә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

  • Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.