Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһенәндә ҡатнашыусы ғаиләләр ял көндәрен рухлы һәм күңелле итеп уҙғарҙы.

24 Марта 2020
9
0



Район мәҙәниәт һарайының 2-се корпусында үткән сарала Мырҙаҡаевтар (Мөкәй ауылы), Ибәтуллиндар (Прибельский) һәм Һөйәрғоловтар (Ҡырмыҫҡалы) ғаиләләре ҡатнашты. Улар әҙерләп килгән видеопрезентацияла күренеүенсә, һәр ғаилә әүҙем тормош рәүешен алып бара. Һәр бәхетле ғаилә бер-береһенә оҡшаған, тиҙәр. Был ғаиләләр ҙә видео аша үҙҙәренең бәхетле миҙгелдәрен сағылдыра алды. Һөйәрғоловтар ғаиләһе иһә был һынауға айырыуса ижади ҡараған – үҙҙәре менән “Башҡорт сәй эсә” тапшырыуы ярҙамында юмор аша таныштырҙылар.

Ҡатнашыусы ғаиләләр үҙҙәренең талантлы ла булыуҙарын күрһәтте. Гүзәл һәм Рушан Мырҙаҡаевтарҙың ҡыҙҙары Ләйсән һәм Нәркәс башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарһалар, ғаилә башлығы Рушан улы Егор менән йыр йырлап ишеттерҙе. Ә Егорҙың әсәһенә бағышлап үҙе ижад иткән йыр башҡарыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды.
Ибәтуллиндарҙың ғаилә башлығы Фидан ҡурайҙа уйнарға ярата икән. Уның ҡурай моңо аҫтына кәләше Таңһылыу һәм ҡыҙҙары башҡорт халыҡ бейеүен башҡарҙы.

Гөлназ һәм Эмиль Һөйәрғоловтарҙың 1 йәшлек ҡыҙҙары менән бейеүе һә кемде һоҡландырғандыр.

Ә һуңынан ҡатнашыусылар ғаилә квестында ҡатнашты. Квест бер нисә һынауҙан торҙо. Ҡайҙалыр улар үҙҙәренең ғаиләләренең гербын эшләп күрһәтһә, икенсе станцияла тарихи темаға викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ уларҙың башҡорт әҙәбиәтен белеүҙәрен асыҡлауға ҡоролған һынауҙа, спорт эстафетаһында ҡатнашыуҙары, балаларҙың йәшерелгән ҡомартыҡыны (сокровище) эҙләүҙәре бик мауыҡтырғыс булды. Ғаиләләрҙең маҡсаты - төрлө станцияларҙа һынауҙарҙы үткәндән һуң бирелгән пазлдарҙан картина йыйыу ине.

Бар ғаиләләр ҙә һынауҙарҙы уңышлы үтә алды. Жюри баһалауы буйынса, Мырҙаҡаевтар ғаиләһе “Берҙәм ғаилә” номинацияһында еңеүсе булһа, Ибәтуллиндар “Рухлы ғаилә” булып танылды, ә Һөйәрғоловтар “Ижади ғаилә” номинацияһын яуланы. Иң мөһиме, сара ҡатнашыусыларҙың күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Источник: районная газета "Даира".

#ҡоролтай#башҡорттелейылы#Ҡырмыҫҡалырайоны#ғаилә