Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан

Ябайлыҡтағы бөйөклөк 

16 Октября 2019
7
0



Йылдар үткән һайын, ваҡиғалар тарих төпкөлөнә төшкән һайын, ҡасандыр дәреслектәрҙән уҡып, үҙҙәрен тере килеш күреп һоҡланған әҙиптәр тағын да ҡәҙерлерәк, ижадтары тағын да ҡиммәтерәк була бара. 
Әле бына Шәриф Бикҡол музейеның архивтарын барлап ултырғанда ошо фотоһүрәттәргә тап булдым. Гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашаһы килде үҙем күргән менән. Ике фотола ла Мостай Кәрим, Шәриф Бкҡол һәм уларҙың ҡәләмдәштәре. Быйыл Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) тыуыуына 100 йылды үткәргән көндәрҙә ошондай мәғлүмәттәр айырыуса әһәмиәтле. Үҙенең йәшәгән һәм ижад иткән дәүерендә Мостай Кәрим кешеләргә, ижадташтарына, айырыуса йәш яҙыусыларға иғтибарлы, ярҙамсыл булды. 

Сер түгел хәҙер – бер идеология хөкөм иткән замандарҙа үҙенең уй-фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ әҫәрҙәрендә сағылдырған яҙыусы-шағирҙар власть тарафынан баҫымға аҙ дусар булманылар. Ошондай ваҡытта улар Мостай Кәрим йөҙөндә яҡлау таба ине. 

Хатта фотоларҙан Мостай Кәримдең иҫ киткес үҙенә тартыу көсө һиҙелә. Ул ҡәләмдәштәренең уртаһында, ул оло эштең башында. Уның фекерҙәре тос, тәҡдимдәре еренә еткән, уйлағандары тормошҡа аша. Шулай булмаһа, Кавказ тауының бер бейек нөктәһенә, ҡаяһына уның исеме бирелер, әҫәрҙәре планетаның бихисап телдәренә тәржемә ителер, пьесалары иң ҙур, мәртәбәле сәхнәләрҙә ҡуйылыр, йөрәктәргә үтерлек фильмдар төшөрөлөр, республикабыҙҙың һауа ҡапҡаһы – аэропорты уның исемен йөрөтөр инеме? 

Ә ҡәҙимге тормошта ул ябай, кешесән булды. Ысын-ысындан, ябайлыҡта – бөйөклөк! 

Ошо фотоһүрәттәр тағын ниндәй уйҙар тыуҙыра? Ул да булһа бергә ултырған яҙыусылар, шағирҙар: Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол, Назар Нәжми, Ғилемдәр Рамазанов, Фәрит Иҫәнғолов, Муса Ғәли – барыһы ла яугирҙәр. Үлем күҙҙәренә ҡарап, туптар шартлауы аҫтында, сикәләрҙән пуля һыҙғырыуын ишетеп, ҡарлы окоптарҙа өшөп, һалдат бутҡаһы ашап, икһеҙ-сикһеҙ саҡрымдар атлап, дошманды еңеп ҡайтҡан, аяуһыҙ һуғыш мәлендә лә ижад итеп, окопташ иптәштәрен, тотош ғәскәрҙәрҙе рухландырған кешеләр улар. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда улар кеүек яугир-әҙиптәрҙең ижады йәш быуынды илһөйәрлеккә әйҙәүҙә айырыуса ҙур урын биләй. Әгәр улар бер аҙға ғына заманса гаджеттарын ситкә ҡуйып, ошо яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыһа, донъяға ҡараштары, белем офоҡтары тағын да киңәйер ине. Шулай булыр ҙа. 

Фәйрүзә Ҡотлобаева, 
Шәриф Бикҡол музейы етәксеһе, 
Ҡарлыман ауылы.

  • Ябайлыҡтағы бөйөклөк 
  • Ябайлыҡтағы бөйөклөк